Дим буйҙары
+17 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
МӘҘӘНИӘТ
21 Апреля 2020, 08:03
Тарих онотолмай
ртәгә, йәғни 22 апрелдә Владимир Ильич Ульяновтың (Ленин) тыуыуына 150 йыл була.
Дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмән, революционер, философ, марксист һәм публицист В.И. Ленинға һәйкәл Рәсәйҙең һәр ҡалаһында бар. Ә Башҡортостандың баш ҡалаһында Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып уға һәйкәл ҡуйыла (1924 йыл).
Өфө ҡалаһында бөйөк юлбашсыға һәйкәл Ленин урамы менән Коммунистик урамы киҫешкән ерҙә урынлаштырыла. Унда Ленин тулы кәүҙәһе менән һүрәтләнгән була. Постаментта «В. И. Ленинға, Өфө ҡалаһының хеҙмәтсәндәре. 1924 йылдың 1 майы» тигән яҙыулы мемориаль таҡтаташ ҡуйыла. Һәйкәл проектының авторы һәм төҙөлөш етәксеһе техник-төҙөүсе (һуңынан Өфө, Ташкент һәм Куйбышевтың баш архитекторы) Д. М. Ларионов була. Киләһе йылда уҡ һәйкәл тирәләй сквер эшләнә, бының өсөн Ленинградтан махсус рәүештә Таврида баҡсаһы баҡсасыһы саҡырыла.
Үткән быуаттың 80-сы йылдарында гипстан эшләнгән һәйкәл емерелә башлай һәм 1987 йылда уны мәрмәрҙән эшләнгәненә алыштырырға ҡарар ителә. Лениндың теүәл күсермәһен эшләүгә Ленинград скульпторҙарына заказ бирелә. Әммә үҙгәртеп ҡороу осороноң финанс ҡатмарлыҡтары арҡаһында скульптура һатып алынмай. Скверҙа ике тиҫтәнән ашыу йыл дауамында стелала, бөтә донъя буйынса марксизм-ленинизм идеяһын раҫлаусы символ булараҡ, бер глобус ҡына күренеп тора.
Ниһайәт, 2011 йылдың 31 октябрендә яңыртылған Ленин һәйкәле урынына ҡуйыла. 2011 йылдың 2 ноябрендә һәйкәлде рәсми асыу тантанаһы була. Был сарала Өфө ҡалаһының рәсми кешеләре һәм ҡайһы бер сәйәси эшмәкәрҙәре, шул иҫәптән КПРФ етәксеһе Геннадий Зюганов та ҡатнаша.
- Беҙ донъяла беренселәрҙән булып Ленин етәкселегендә эшселәр һәм крәҫтиәндәр дәүләтен төҙөнөк, фашизмды еңеүгә өлгәштек, социаль яҡлауҙың иң яҡшы системаһын булдырҙыҡ. 1924 йылда эшселәр һәм крәҫтиәндәр аҡсаһына төҙөлгән һәйкәлде тергеҙгәндәре өсөн Өфө халҡына рәхмәт, - ти ул үҙенең сығышында.
Октябрь проспектында юлбашсыға ҡуйылған һәйкәл дә 1967 йылда Бөйөк Октябрь революцияһының 50 йыллығы алдынан яңыһына алыштырыла (авторы Бабурин).
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"