Дим буйҙары
+31 °С
Облачно
МӘҘӘНИӘТ
24 Апреля 2020, 16:27

Хеҙмәт тураһында мәҡәлдәр:

- Ағас емеше менән, кеше эше менән.- Алда булһа ҙур теләк, эштән ял таба йөрәк

  • Алтын утта һыналыр, әҙәм эштә һыналыр.
  • Аҙ һөйлә, күп эшлә.
  • Ат тешенән билдәле, егет эшенән билгеле.
  • Ауыр йөктө ат тарта, ауыр эште ир тарта.
  • Ауыр әшкә беләк бар, ҡыйыу эшкә йөрәк бар.
    Ауыр эште күмәк ҡул еңгән.
  • Ашағанда ҡолағың һелкенһен, эшләгәндә йөрәгең елкенһен.
  • Аштан ҡалһаң да, эштән ҡалма.
  • Аяғың тәп итмәй, ауыҙың сәп итмәй.
  • Башлаған эш — бөткән эш.
  • Бер көн артта ҡалһаң, биш көн югерерһең.
  • Бер тырышлыҡ унлата ҡайта
  • Бер эшлә, берәгәйле эшлә.
  • Бил бөкмәйенсә белен бешмәй.
  • Булдыҡлы булмағанды булдырыр.
  • Бүренең көсө тешендә, кешенең, көсө эшендә
  • Белгән белгәнен эшләр, белмәгән беләген тешләр.
  • Дәрт биргәнгә дарман бирер.
  • Егәрленең ҡулы ете.
  • Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ.
  • Ир маҡтаныр, ҡорал эшләр.
  • Иренгән ике эшләр, артынан бармағын тешләр.
  • Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй.
  • Ҡалған эшкә ҡар яуыр.
  • Ҡулың оҫта булһын, һүҙең ҡыҫҡа булһын.
  • Ҡулы белгән бал ашар.
  • Кем эшләмәй, шул ашамай.
  • Иртәгә ҡалған эшең — һынып төшкән тешең.
  • Эшләгәнең кешегә, өйрәнгәнең үҙеңә.
  • Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр.
  • Һөнәрленең ҡулы алтын.
  • Эше барҙың ашы бар.
  • Эшләгән - тапҡан, ауыҙына ҡапҡан.
  • Эшләгәнгә эш ҡарышмай.
  • Эш бөтмәй йән тынмай..
  • Эш һөйгәндең дәрәжәһе артыр, эшлекһеҙлек боҙоҡлоҡҡа тартыр
  • Эш эшләнгәс — ирмәк, бөтмәй ҡалһа — имгәк.
  • Эшең бер булһын, берәгәйле булһын.
  • Эшкә теләк булһа, беләк сыҙар.
  • Эшкә булһа — «алла, башым», ашҡа булһа — «ҡайҙа ҡалағым?»
  • Эшләгәнең кешегә, өйрәнгәнең үҙеңә.
  • Эшләгәндә йөрәгең елкенһен, ашағанда ҡолағың һелкенһен
  • Эшләнгән эш иргә ҡот, яҡшы эшләнһә, илгә ҡот
  • Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр.
  • Читайте нас