Дим буйҙары
+19 °С
Дождь
МӘҘӘНИӘТ
2 Мая 2020, 10:02

“Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафоны – Пермдә

Йыр марафоны Иҙел буйы төбәктәренең барлыҡ кешеләрен берҙәм халыҡ коллективына берләштерә.

“Еңеү көнө” йырын Пермь хорының малайҙар хор капеллаһының 20 артисы Пермь опера һәм балет театры солистары Наталья Кириллова, Владимир Тайсаев, Эдуард Морозов менән берлектә башҡарҙы. Сәнғәт етәксеһе һәм дирижер Галина Токарева етәкселегендә Пермь крайы филармонияһының 48 музыканты уйнаны.

Видеороликты төшөрөү ҡаланың иҫтәлекле урындарында һәм филармонияның Ҙур концерт залында мартта, төбәктә изоляция режимы индерелгәнсе башҡарылды. Бөгөнгө сикләү саралары шарттарында яратҡан йырҙарҙың береһен Иҙел буйы федераль округы телдәрендә башҡарыу айырыуса күңелгә үтә.
Давид Тухманов һәм Владимир Харитоновтың “Еңеү көнө” йыры юҡҡа һайланмаған. Ул беҙҙең халыҡтың батырлығының ни ҡәҙәр ҙур булыуын, яҡын кешеләрҙе юғалтыу ҡайғыһын, киләсәк тыныс тормош хаҡына ғүмерҙәрен ҡыҙғанмауын миллион яҡташтарыбыҙҙың батырлығы өсөн рәхмәтте йөрәккә үтерлек итеп еткерә.

“Еңеү көнө” йыры өсөн 2020 йыл – юбилей йылы. Нәҡ 45 йыл элек ул тәү тапҡыр башҡарыла.

Бөйөк Ватан һуғышындағы еңеүгә Пермь крайы яугирҙәре лә ҙур өлөш индергән. Пермдән фронтҡа авиадвигателдәр, дары, пушкалар ебәрелә. Кунгурҙан – итектәр (һәр өсөнсө һуғышсы Кунгур итектәрендә була), Лысьванан – каскалар: 1942 йылдан был завод СССР-ҙа совет һалдаттарына каскалар етештереүсе берҙәнбер завод була. Фронт өсөн Кизел күмер бассейны шахтерҙары, Чусовой һәм Нытва металлургтары, Краснокамск нефтьселәре, Верхнекамье химиктары эшләй. Молотов өлкәһендә эре госпиталь базаһы була, ҙур булмаған ҡала һәм ауылдар Ленинградтан эвакуацияланғандарҙы ҡабул итә...
Артабан Пермь крайы эстафетаны Һамар өлкәһенә тапшыра.
Республикалар һәм өлкәләрҙең ижади коллективтары йырҙары урындағы телеканалдарҙа һәм радиостанцияларҙа 5 апрелдән 8 майға ҡәҙәр трансляцияланасаҡ. Көн һайын акцияға яңы төбәктәр ҡушыласаҡ. Еңеү көнөндә, 9 майҙа, легендар йыр марафонда ҡатнашҡан барлыҡ музыкаль коллективтар башҡарыуында яңғыраясаҡ.
Барлыҡ йырҙарҙы социаль селтәрҙәрҙә һәм YouTube каналында #песнипобедыПФО һәм #нашденьпобеды хэштегтары буйынса табырға мөмкин.
Читайте нас