Дим буйҙары
+24 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
МӘҘӘНИӘТ
3 Мая 2020, 09:09
Бөйөк Еңеү йыры һамар ерендә яңғырай
Бөгөн эстафета Ульяновск өлкәһенә тапшырыласаҡ.
Бөгөн "Еңеү көнө" йыры яңынан Һаратов ерендә яңғырай. Уны беренсе булып СССР-ҙың халыҡ артисы Леонид Сметанников йырлай. Танылған һәм һәр кем яратҡан опера йырсыһы, Бөтән союз конкурсы лауреаты, Глинка исемендәге вокалистар, Л.В.Собинов исемендәге Һамар дәүләт консерваторияһы профессоры бөгөн әлеге әҫәрҙе "Беҙҙең Еңеү көнө" йыр марафоны сиктәрендә башҡара. Артист әйтеүенсә, Иҙел буйы федераль округының барлыҡ төбәктәрен һәм бөтә илде бөйөк байрам - Еңеү көнө берләштерә. Был байрам һәр кем өсөн изге.
- Был үлеләр өсөн түгел, тереләр өсөн кәрәк! Бабаларыбыҙҙың бөйөк батырлыҡтары, уларҙың беҙҙең тыныс тормош өсөн ғүмерҙәрен биреүҙәрен оноторға тейеш түгелбеҙ. Был байрам барыбыҙ өсөн дә яуызлыҡты еңеү көнө булһын. Еңеү көнө – бар планетала яҡшылыҡ һәм тыныслыҡ байрамы! - тине Леонид Сметанников.
Әле март айында уҡ, юғары әҙерлек һәм үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы индерелгәнсе, "Еңеү көнө" йырын башҡарыу видеоролигы яҙҙырылды. Аға шулай уҡ Һамар ҡалаһының А.Шнитке исемендәге өлкә "Хор музыкасы театры" ла ҡушылды. Театрҙы Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Һамар өлкәһенең данлыҡлы шәхесе, профессор Людмила Лицова етәкләй. Әлеге йыр тыуып, 45 йыл уҙғас, һәр кемдең яратҡан Еңеү йыры һамарлылар өсөн мемориаль комплекстағы Хәрби һәм хеҙмәт даны музейы территорияһында - Ыласын тауындағы Еңеү паркында яңғыраясаҡ. Музей фондында 26 берәмектән күберәк тарихи ҡомартҡылар, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, Советтар Союзы Геройҙары, тыл хеҙмәтсәндәре, локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусылар исемлеге, байраҡтар, бүләктәр, илдең Ҡораллы Көстәренең ҡоралдары һәм техникаһы тупланған. Унда шулай уҡ ауыл хужалығы, фән, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт; төбәк үҫешенә ҙур өлҡш индергән һамарлылар тураһында коллекциялар, Һамар ҡалаһының иҡтисады тураһында мәғлүмәт табырға була.
Билдәле булыуынса, 25 апрелдә Иҙел буйы федераль округы төбәктәрендә масштаблы йыр марафоны старт алды. Марафон Рәсәй Федерацияһы Президентының Иҙел буйы федераль округында Тулы вәкәләтле вәкиле аппараты башланғысы менән ойошторолдо. Патриотик акция барышында төбәк һәм ҡала халҡы берләшеп, "Еңеү көнө" йырын башҡара. Йырлы марафонды Саранск асты. Акцияла ҡатнашыусылар эстафетаны икенсе төбәккә тапшыра бара. Һамар өлкәһе артынса марафонға Ульяновск өлкәһе ҡушыласаҡ. Әлеге йыр роликтарын һәр кем күрә һәм Иҙел буйы халыҡтары телдәрендә ишетә ала. Бының өсөн телеканалдарҙа, төбәктең радиостанцияларында, киң күләмле мәғлүмат сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә #песнипобедыПФО һәм #НашДеньПобеды хештегтары буйынса эҙләргә кәрәк.
Фото:culture.ru
kiziltan.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"