Дим буйҙары
+24 °С
Облачно
МӘҘӘНИӘТ
4 Мая 2020, 11:09

Еңеү йыры - Ульяновскиҙа

“Еңеү көнө" йыры 45 йыл инде Бөйөк Еңеүҙең милли билдәһе булып тора. Һарытау өлкәһе тапшырған эстафетаны “Волга” йыр һәм бейеү дәүләт ансамбле солисттары, Ульяновск дәүләт педагогия университеты студенттары, шулай уҡ патриотик тәрбиә өсөн милли премия эйәһе, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған коллективы - “Соловушка” халыҡ ижады ағзалары ҡабул итеп алды.

Ульяновск өлкәһе лә Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индергән. Уларҙың батырлығы тураһында архив материалдары һөйләй. Фронтта ла, тылда ла Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн бар көстәрен һалалар. Һуғыш йылдарында Ульяновскиға автомобиль заводы эвакуациялана, унда 7,8 мең автомобиль йыйыла. Һәр өсөнсө патрон Володарский исемендәге патрон заводында эшләнә. Яугирҙәр өсөн һәр дүртенсе шинель Ульяновск фабираһында тегелә. Өлкәнең 26 госпиталендә 133 мең офицер һәм яугир дауалана.
Ульяновск өлкәһендә тыуып-үҫкән ҡоралсы Алексей Судаев икенсе бөтә донъя һуғышында иң яҡшы автомат тип табылған ҡорал яһай. Цильнинский районынан һуғышҡа саҡырылған Петр Усачев иһә Еңеүҙең тере символына әүерелә: 1945 йылдың 9 майында ул Рейхстаг бинаһында үҙенең имзаһын ҡалдыра һәм Бөйөк Еңеүҙең датаһын яҙа. Шул фотография бөтә донья матбуғатында баҫылып сыға.
“Беҙҙең Еңеү көнө” җыр марафоны РФ Президентының Иҙел буйы федераль округындағы тулы вәкәләтле вәкиле башланғысы менән старт алды һәм ул округтағы бөтә 14 төбәктә лә үтәсәк. Акцияға Мордовия, Марий Эл, Удмурия, Башҡортостан, Татарстан, Һамар, Нижегород, Һарытау һәм Пермь өлкәләре ҡушылды.Ульяновск өлкәһе эстафетаны Пензаға тапшыра. Видеороликтар Рәсәйҙә үҙизоляция режимы индерелгәнсе төшөрөлгән.
Видеоклиптарҙы “Вконтакте”, “Одноклассники”, “Фейсбук” социаль селтәрҙәрендә һәм Инстаграммда #песнипобедыПФО #нашденьпобеды хэштегтары буйынса табып ҡарарға була.
Читайте нас