Дим буйҙары
+19 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
МӘҘӘНИӘТ
8 Мая 2020, 19:48
«Еңеү көнө» йыры төрлө милли телдәрҙә
Иҙел буйы федераль округының 14 төбәгендәге танылған ижад коллективтары ике аҙна дауамында иң яратҡан һәм күптән инде халыҡ йырына әүерелгән «Еңеү көнө» йырын башҡарыу эстафетаһын бер-береһенә
Ырымбур дәүләт рус халыҡ хоры артистары «Еңеү көнө» йырын инде 25 йыл башҡара. Һәм һәр кем уның тулҡынландырғыс һәм ҡыйыу интонацияларына бар йөрәген һала.
Барлыҡ төбәктәр кеүек, Ырымбур ере лә Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индерҙе. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 411 мең ырынбур кешеһе һуғышҡан. 187 меңе яу яланында мәңгегә ҡала. 43 кеше - Дан орденының тулы кавалеры, 235-е Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды, 65 меңдән артығы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. Ырымбур өлкәһенә 90 предприятие эвакуацияланған. Ырынбур ере фронтҡа 1 595 самолет һәм меңләгән комплектлау ҡоролмаһы оҙатҡан. Һуғыш ваҡытында Ырымбур төбәге 240 мең эвакуацияланыусы өсөн йорт була. 4 йыл эсендә ҡала госпиталдәренә 28 095 яралы һәм ауырыу килгән. Ырымбур өлкәһе дәүләткә 124 миллион тонна иген, 6,2 миллион тонна ит һәм ауыл хужалығы продукцияһы тапшырған.
— Ырымбур фронтҡа снарядтар һәм мина, патрондар һәм гранаталар, самолеттар һәм бронепоезддар биргән. Орск никеле һәм Боғорослан нефте, беренсе Ырымбур газы һәм пеницилин яралы һуғышсыларының ғүмерен һаҡлап ҡалған, — тип бәйән итә хор артисы Алексей Карев.
— “Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла еңеү өсөн!” — был Ырымбурҙың, бөтә илдәге кеүек үк, төп законы булды.
Ойоштороусыларҙың уйы — Иҙел буйы федераль округының бөтә территорияһы буйынса региондан регионға башҡарыу эстафетаһын тапшырыу үҙ маҡсатына иреште.
Йыр бер нисә көн эсендә миллионлаған кешеләрҙе берләштерҙе, рухтың көсөнә һәм бөйөклөгөнә ышаныс бүләк итте. Йыр оҙаҡ йылдар байрамдың алыштырғыһыҙ символдарының береһе булып тора, унда еңеү һәм юғалтыуҙар, ватандаштарыбыҙҙың батырлығы бөйөклөгө һәм яу ҡырында туғандарын юғалтҡан миллионлаған ғаиләләрҙең шәхси трагедияһы берләшкән. Иҙел буйы федераль округы төбәктәрендә ижад коллективтарының сығыштары 2020 йылдың февраль-март башында, коронавирус таралыуы менән бәйле рәүештә Рәсәйҙә юғары әҙерлек режимы таралғансы яҙыла. Хәҙер, сикләнгән саралар шарттарында, Иҙел буйы федераль округы халыҡтары телдәрендәге иң яратҡан йырҙарҙың береһен бындай башҡарыу айырыуса сағыу төҫ ала.
Акцияға Мордовия, Марий Эл, Удмуртия, Башҡортостан, Татарстан, Сыуашстан республикалары, Һамар, Түбән Новгород, Һарытау өлкәләре, Пермь крайы, Ульяновск һәм Пенза, Киров өлкәләре лә ҡушылды.
9 Май, Еңеү көнөндә, йыр марафонында ҡатнашҡан барлыҡ музыка коллективтары башҡарыуында легендар йыр яңғыраясаҡ.
Иҙел буйы төбәктәрендә төшөрөлгән видеороликтар округтың барлыҡ телевизион каналдарында күрһәтелә. Уларҙы ютюб-каналдарҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә #песнипобеды #нашденьпобеды хэштегы буйынса ҡарарға мөмкин. Йырҙы округтың иң популяр радиостанциялары тапшыра.
Фото: sgau.ru
kiziltan.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"