Дим буйҙары
+24 °С
Ямғыр
МӘҘӘНИӘТ
9 Декабрь 2020, 14:53

Ғалим, яҙыусы, педагог Мирас Иҙелбаевҡа - 75 йәш!

Бөгөн, йәғни 9 декабрҙә яҙыусы-прозаик, әҙәбиәт ғилеме белгесе, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мирас Хәмзә улы Иҙелбаев 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.

Мирас Иҙелбаев Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый. СССР Фәндәр академияһы аспирантураһын тамамлағас, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре була.

Мирас Хәмзә улы 1983 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында уҡыта. Монографиялар, мәктәптәр һәм юғары уҡыу йорттары өсөн тиҫтәләгән дәреслектәр, уҡыу әсбаптары, Рәсәй ҡалаларында һәм сит илдәрҙә – Англияла, Һиндостанда, Германияла, Австрияла, Төркиәлә, Эстонияла, Ҡаҙағстанда баҫылған алты йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. «Һынау», «Юлдаштар», «Ҡыҙыл ҡарҙар», «Юлай улы Салауат» (башҡорт һәм рус телдәрендә) исемле проза китаптары, «Һайланма әҫәрҙәр»е һәм ике китаптан торған «Иҙел йорт» романы донъя күрҙе. Республика ғалимдары менән берлектә күп томлыҡ «Башҡорт әҙәбиәте тарихы»н, «История башкирского народа», «История литературы Урала» хеҙмәттәрен яҙыуҙа, ете томлыҡ «Башҡортостан энциклопедияһы»н, «Башҡорттарҙың хәрби энциклопедияһы»н, «Башҡортостан халыҡтары фольклоры», «Мостай Кәрим» энциклопедияларын төҙөүҙә ҡатнашты, «Салауат Юлаев» энциклопедияһы авторҙарының береһе.

Олуғ ғалимдың хеҙмәте юғары баһаланған: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре. Рәсәй Федерацияһы юғары профессиональ мәғарифының почетлы хеҙмәткәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры, СССР һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премия лауреаты, «Башҡортостан Республикаһына 100 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнгән.

Читайте нас