

Белеүебеҙсә, быйыл Башҡортостанда Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. Шулай уҡ «Бoтә дoнъя башҡорттар ҡорллтайы (конгресс)» Халыҡ-ара ижтимағи ойошмалар берләшмәһе инициативаһы киңәйтелде: 2020 йылда Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй Федерацияһының башҡорт халҡы тупланып йәшәй торған төбәктәрендә лә Башҡорт теле йылы, тип иғлан ителде. Ҡоролтай БР Хөкүмәтенә заманса методикалар эшкәртергә hәм улар нигеҙендe барлыҡ йәш категориялары өсөн башҡорт телен өйрәнеү, шул иҫәптән экспресс-өйрәнеү буйынса үҙаллы өйрәнеүҙе булдырырға, БР-ҙың дәүләт теле булараҡ башҡорт телен популярлаштырыу буйынса саралар күрергә тәҡдим итте.
Башҡорт теле йылы сиктәрендә Ҡыңғыр-Мәнәүез урта мәктәбендә төрлө саралар, бәйгеләр, конференциялар ойошторолоп килә. Педагогик коллективтың бурысы — уҡыусыларға һәм ата-әсәләргә башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ мөһим ролен аңлатыу. «Башҡорт теле — дәүләт теле», «Башҡорт теле — халыҡ теле», «Башҡорт теле — ижад теле», «Башҡорт теле — моңло тел» кеүек йүнәлештәр класс етәкселәренә, тыуған тел уҡытыусыларына балалар hәм ата-әсәләр араһында маҡсатлы эш алып барыу мөмкинлеге бирҙе. Башҡорт теле йылы Тыуған тел hәм әҙәбиәте көнөндә старт алды, унда башҡорт теле уҡытыусыһы етәкселегендә 6 — 7 класс уҡыусылары сығыш яһаны. Тематик шәмбeлә 1 — 11 класс уҡыусылары менән башҡорт яҙыусыларының Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы әҫәрҙәрен уҡыу hәм улар буйынса фекер алышыу уҙғарылды. М. Кәримдең «Һеңлекәш» әҫәре буйынса уҡыусылар конференцияһында (7 класс) район үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пандемия арҡаһында 2019-2020 уҡыу йылының өсөнсө сирегендә дистанцион уҡыуға күсергә тура килде. Шуға күрә, Башҡортостан республикаһы халыҡтарының милли костюмы көнө һөҙөмтәле уҙҙы. Класс етәкселәре, фән уҡытыусылары онлайн-дeрестәр уҙғарҙы.
Башҡортостан халыктарың милли кейеме көнө төрлө сараларға бай булды. Данис Борис улы Ғәлимуллин мәктәп музейында дәрес үткәрҙе. Уҡытыусының милли костюмдар тураһында һөйләүе 7-се клас уҡыусыларында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Башланғыс класс уҡыусылары төрлө халыҡтарҙың милли кейемдәре тураһында мәғлүмәт алып ҡына ҡалманылар, күп милләтле республика, халыҡтар дуҫлығы өсөн ғорурлыҡ хисе лә кисерҙеләр. Был беҙҙең уҡыусыларыбыҙ өсөн бик мөhим, сөнки беҙҙә биш тораҡ пункттан килгән балалар уҡый, ә иң мөhиме — социаль приюттан төрлө милләт балалары.
Римма Индус ҡыҙы Әхмәтова дәресендә балалар милли кейемдәр менән танышты, ҡумыҙҙа, ҡурайҙа, һыҙғыртҡыстарҙа уйнауҙың башланғыс күнекмәләрен алды.
4-се класс уҡыусылары башланғыс класс уҡытыусыһы Зөлфиә Яхина етәкселегендә «Бергәләп рәсем яһайбыҙ hәм йырлайбыҙ» тигән дәрестән тыш сарала картон һәм төҫлө ҡағыҙҙан итек макеты яһанылар. Һәр ҡайһыһы эшен теүәл башҡарырға тырышты. Уларҙың дәрестәрендә булып, мин үҙемде аяҡ кейемдәре фабрикаһына эләкән кеүек хис иттем. Шулай уҡ тәрбиәсе Ынйы Әхмәтйәнова балаларҙы сәнғәт дoнъяһына әйҙәне, ул матур кейемле ҡурсаҡтар күрһәтеп, башҡорт халҡының милли кейеме тураһында һөйләне.
Беҙҙең өлкән класс уҡыусылары оҙаҡ йылдар бейеү түңәрәгенә йөрөй. «Умырзая» бейеү төркөмөндә ҡатнашыусыларҙың сығышы — мәктәп, ауыл hәм муниципаль дәрәжәләге барлыҡ мәҙәни сараларҙың биҙәге. 2020 йылда ҡыҙҙар тамашасыларҙы үҙ сығыштары менән һөйөндөрҙө.
Йыл һайын беҙҙең уҡыусыларыбыҙ Раевкала уҙғарылған «Щербаков уҡыуҙары» фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнаша. Балалар шиғыр уҡыу, тикшеренеү эштәре буйынса төрлө номинацияларҙа ҡатнашып, сертификаттар heм грамоталар алды. Р. Харрасова hәм Т. Хафизов (етәкселәре Р.Г. Әхмәтова) республика этабына саҡырыу алдылар.
Етәкселәр Римма Индус кызы Әхмәтова hәм Файгөл Миҙхәт ҡыҙы Сабитованың тырышлығы үҙ емештәрен бирә. «Сулпылар» театр төркөмө «Тамаша» конкурсында уңышлы сығыш яһағаны өсөн грамота менән бүләкләнде. Театр коллективтарының сығышын баһалау критерийҙарының береһе башҡорт телендә сығыш яһау ине Балалар өсөн татар теле тыуған тел булыуын, йәйге каникул осоронда балаларҙың рус телендә аралашыуын иҫәпкә алһаҡ, башҡорт телен өйрәнеү ауырлыҡтар тыуҙыра.
Барлыҡ саралар — «Йәшел республика», «Башҡортостан буяуҙары», «Башҡортостан тураһында +10 һорау» интернет-викторинаһында ҡатнашыу «Республиканы матурыраҡ итәйек» девизы аҫтында үтте.
2020 йыл башҡорт көнкүрешен hәм мәҙәниәтен, дәүләт телен, гөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеүҙә әүҙемлеккә, сағыу ваҡиғаларға бай булды. Уҡытыусылар коллективы Башҡорт теле йылын популярлаштырыуға, толерантлыҡ, күп милләтле республикабыҙ өсөн ғорурлыҡ хисе тәрбиәләүгә, үҫеп килеүсе быуында патриотизмын тeрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерҙе, тип иҫәпләйем.
Рәүзиә Әхмәтова,
Ҡыңғыр-Мәнәүез урта мәктәбенең тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары.
Фото Интернеттан.