Дим буйҙары
+18 °С
Ясно
МӘҘӘНИӘТ
1 Марта 2021, 11:35

Земфираның яңы альбомы донъя күрҙе.

Яҡташыбыҙ – Өфө ҡыҙы, рок-музыкант Земфира Рамазанованың «Бордерлайн» тип исемләнгән альбомы донъя күрҙе.

Релиз (аҙаҡҡы версия) 26 февралдең төнөнә ҡарай үтте. Альбомда 12 композиция. Улар иҫәбенә «Ҡырым» һәм «Остин» йырҙары ла ингән. Танылған Өфө йырсыһының карьераһында тупланма һигеҙенсе булып иҫәпләнә. Унан алда – «Һинең башыңда йәшәйем» («Жить в твоей голове») тигәне 2013 йылда донъя күргәйне.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Читайте нас