Дим буйҙары
+27 °С
Дождь
Новости
25 Августа 2021, 06:54

Башҡортостан йәштәре еңгән!

Башҡортостан йәштәре «ИВолга» форумында 1 115 000 һум грант отҡан! ..

Башҡортостан йәштәре еңгән!Башҡортостан йәштәре еңгән!
Башҡортостан йәштәре еңгән!

24 августа Волга буйы федераль округының иң күләмле һәм ҙур форумы үҙ эшен тамамланы. Аңлағанһығыҙҙыр, һүҙ «ИВолга», йәғни «iВолга» форумы хаҡында бара. Быйыл ул онлайн тәртиптә үтте. Башҡортостандан бәйгеселәрҙе был форумға Йәштәр проекты офисы әҙерләгән, проектты яҙыу һәм яҡлау буйынса консультациялар биргән.

Волга буйы федераль округының Граждандар йәмғиәте үҫешенә булышлыҡ итеү фонды тарафынан үткәрелгән грант конкурсы һөҙөмтәләре буйынса республикабыҙҙан 6 проект 1 115 000 һум аҡса еңгән.

Форумға Башҡортостандан бөтәһе 1300 кеше теркәлгән, шуларҙың 300-ҙән ашыуы форумдың мәғариф программаһында ҡатнашҡан. Йәштәр һигеҙ йүнәлеш буйынса белем алған: «Фән һәм технологиялар», «Йәшәү урыны», «Изгелек өләш», «Минең бизнес», «Иң яҡшы студенттар», «Боролоштар лидеры», «Дәүләт йәштәр сәйәсәте» һәм «Балалар iВолгаһы». Һуңғы икәүһе форумда тәүге тапҡыр тәҡдим ителгән.

Башҡортостан йәштәре еңгән!
Башҡортостан йәштәре еңгән!
Автор:
Читайте нас