Дим буйҙары
+13 °С
Ясно
СӘЙӘСӘТ
23 Апреля 2020, 06:17

Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса йәй көнө тауыш бирербеҙме икән?

“Әле бер нәмә лә фаразлап булмай. Әлбиттә, бер аҙ күҙаллауҙар бар, әммә май башланғансы эпидемия хәлен анализларға кәрәк”, — тигән Песков әфәнде.

Бәлки, тауыш биреү көнө берәй иҫтәлекле датаға тура килтерелер. Уныһы бигүк мөһим дә түгел түгеллеккә, ти секретарь. Иң мөһиме – тауыш биреү.

Ҡайһы бер сығанаҡтар, бәлки, 24 июндә, бәлки, 8 июлдә тауыш бирербеҙ, ти ине. 24 июндә Еңеү парады үтеүе лә ихтимал. 8 июль бик матур байрам – Ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ көнө. Тик йәйен кешенең һайлау ҡайғыһы булырмы икән?

Фото: РИА-Новости.

Читайте нас