Дим буйҙары
+17 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
СӘЙӘСӘТ
28 Июня 2020, 03:59
“Улдарыбыҙ көслө, уңышлы илдә үҫһен өсөн...”
Өфө районының Таптыҡ ауылындағы һайлау участкаһында Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов тәүгеләрҙән булып тауыш бирҙе. Ул, мөһим ваҡиғаның шаһиты булһындар тип, улдарын да үҙе менән алған.
Улдарыбыҙ көслө, уңышлы, хеҙмәт кешеһенә хөрмәт гарантиялаған дәүләттә үҫһен өсөн тауыш бирҙем. Һуңғы йылдарҙа илдең һәм республиканың ауыл хужалығы нығынғанын күрәбеҙ. Ауыл халҡы дәүләтебеҙҙең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тулыһынса тәьмин итте. Улай ғына түгел, башҡа илдәргә экспортты арттырабыҙ, бының менән етештереү кимәле үҫә. Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү мәсьәләһе буйынса ҙур ҡәнәғәтлек менән тауыш бирҙем, киләсәккә ҙур ышаныс менән”, – тине Илшат Илдус улы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әле илебеҙ Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреү бара. Ул 1 июлдә киске сәғәт 8-ҙә тамамланасаҡ.
Фото Башҡортостан Ауыл хужалығы сайтынан.
bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"