Дим буйҙары
+16 °С
Облачно
СӘЙӘСӘТ
14 Сентября 2020, 06:52

Рәсәй менән Белорусияның хеҙмәттәшлеге нығый

Бөгөн, йәғни 14 сентябрҙә Рәсәй менән Белоруссия президенттары Владимир Путин һәм Александр Лукашенко Сочиҙа уҙасаҡ осрашыуҙа ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе һәм стратегик партнерлыҡты үҫтереүҙең төп мәсьәләләре тураһында фекер алышасаҡ.

"Сауҙа-иҡтисади, энергетика һәм мәҙәни-гуманитар өлкәләрҙә уртаҡ проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға, шулай уҡ союз дәүләте сиктәрендә интеграцион процестарҙы алға йүнәлтеү башланғыстарына айырым иғтибар биреү планлаштырыла", — тиелә релизда. Белоруссия - Рәсәйҙең стратегик союздашы. Был Рәсәй Федерацияһының тышҡы сәйәсәте концепцияһында беркетелгән, унда төбәк өҫтөнлөктәренең береһе булараҡ, Минск менән стратегик хеҙмәттәшлекте киңәйтеү курсы раҫланған.
Фото: РИА Новости
#ВладимирПутин
Читайте нас