Дим буйҙары
+21 °С
Ясно
СӘЙӘСӘТ
17 Декабря 2020, 05:44

В. Путиндың матбуғат конференцияһын күрмәй ҡалмағыҙ

Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн, йәғни 17 декабрҙә, йыл һөҙөмтәләре буйынса ҙур матбуғат конференцияһы уҙғара.

Эпидемиялогик хәл ҡатмарлы булыу сәбәпле, сара видеоконференция режимында уҙғарыласаҡ: дәүләт башлығы Ново-Огареволағы үҙ резиденцияһынан бәйләнешкә сығасаҡ, ә киң күләм мәғлүмәт саралары вәкилдәре улар өсөн ябай булған Халыҡ-ара сауҙа үҙәге залында эшләйәсәк.
Президенттың ҙур матбуғат конференцияһы - 2001 йылдан алып үткәрелә килә. Ҡағиҙә булараҡ, иң элек ил лидеры төп иҡтисади һәм социаль күрһәткестәрҙе яңғырата. Шунан һуң журналистар уға һорауҙар биреү мөмкинлегенә эйә.
Уҙған йылда ул 19 декабрҙә уғарылды һәм дүрт сәғәт ун сиһеҙ минут дауам итте, киң күләм мәғлүмәт саралары вәкилдәре Президентҡа 70-тән ашыу һорау бирергә өлгөрҙө.
Матбуғат конференцияһы Мәскәү ваҡыты менән 12:00 сәғәттә башлана. Уны тура эфирҙа "Беренсе канал"да һәм башҡа каналдарҙа ҡарарға мөмкин буласаҡ.
#ВладимирПутин
Читайте нас