

РФ Президенты Владимир Путин Украинаны Рәсәйҙең антиподына әүерелдерергә тырышалар, тип иҫәпләй.
“Күп дәлилдәр раҫлай, һәм был бик аяныс, Украинаны аҡрын ғына, әммә маҡсатлы рәүештә Рәсәйҙең анпиподына, Антирәсәйгә, Рәсәй Федерацияһы именлеген тәьмин итеү күҙлегенән ҡарағанда, территорияһынан беҙгә айырым ҡараш булыуы менән даими рәүештә иғтибар талап иткән яңылыҡтар алып тороусы ниндәйҙер майҙансыҡҡа әүерелдерәләр”, — тине дәүләт башлығы, йома көндө, 14 майҙа, РФ Именлек советы ағзалары менән оператив кәңәшмәне асып.
Рәсәй властары Украиналағы хәлдәр арҡаһында илебеҙ өсөн барлыҡҡа килеүсе янауҙарға ваҡытында яуап бирәсәк, тип өҫтәне Президент.
Ил башлығы әлеге ваҡытта Украинала “асыҡ рәүештә сәйәси майҙанды таҙартыу барыуын” билдәләне. Украинаның көньяҡ-көнсығышындағы, Донбастағы кризисты тыныс хәл итеү, Рәсәй менән дуҫтарса мөнәсәбәттәр булдырыу яҡлы булған көстәрҙән сәйәси майҙанды таҙартыуға йүнәлтелгән “сәйәси һәм һайланма “ҡарарҙар ҡабул ителә,— тип белдерҙе Путин.
Фото: Сергей Ильин/ РФ Президентының матбуғат хеҙмәте/ТАСС
#ВладимирПутин