Дим буйҙары
+20 °С
Облачно
СПОРТ
13 Февраля 2019, 18:27

«Рәсәй саңғы юлы» - 2019

Йылдағыса, спортҡа битараф булмаған райондаштарыбыҙ сираттағы саңғы ярышына йыйылды. Ғәҙәттәгесә, бында барыһы ла, кескәйҙәрҙән алып өлкәндәргә тиклем - саңғыла оҫта йөрөүселәр һәм яңы ғына саңғыға аяҡ баҫыусылар ҙа бар ине. Улар барыһы ла «Рәсәй саңғы юлы-2019» район этабында призлы урындар өсөн көрәшергә булды, ә ҡатнашыусыларҙың яҡындары уларҙы дәртләндереп торҙо.

Район башлығы урынбаҫары Валерий Семенов барыһын да сәләмләп үткәндән һуң, барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа дөйөм стартҡа баҫты. Трассаны уҙыусыларға лотерея билеттарына приздар отоу мөмкинлеге лә бар ине. Бәхетле билет эйәләре "Тәм донъяһы" ресторанынан өс пицца, һыу фильтры, ауырлыҡ үлсәүе һәм болгарка алды. Унан һуң, кесе йәштәгеләр тәүгеләрҙән булып стартҡа баҫты. Иң йәш саңғысы — Бишбүләк ауылынан Илюша Бучневҡа ни бары биш йәш булһа, иң өлкән саңғысы – Уҫаҡ–Кисеү ауылынан Зөфәр Фәхрисламовҡа 73 йәш ине.

Саңғыға баҫҡан 5-8 йәшлектәр араһынан ете бала үҙ көсөн һынап ҡараны. Беренсе булып Владислав Васильев (Баҙлыҡ ауылы) менән Валерия Ефремова (Михайловка ауылы) килде. Әммә был әле бәйгенең башы ғына ине, 9-10 йәшлектәрҙән инде 30 малай hәм 21 ҡыҙ ярышҡа сыҡты. Улар араһынан Владислав Семенов (Кесе Сиҙәк ауылы) менән Влада Захароваға (Баҙлыҡ ауылы) уңыш йылмайҙы. 13-15 йәшлек үҫмерҙәр араһында иһә 40 малай hәм 25 ҡыҙ көс һынашты. Анатолий Кузьмин (Кече Сиҙәк ауылы) менән Валерий Новиковҡа (Баҙлыҡ ауылы) етеүселәр булманы. 16-17 йәшлек саңғысылар араһында Әскәр Юнысов (Ҡаныҡай ауылы) менән Валентина Васильева (Баҙлыҡ ауылы) еңеүсе тип танылды. 30 йәшкә тиклемге йәштәр араһынан финишҡа тәүгеләрҙән булып Динар Әхмәтшин (Биҡҡол ауыл Советы) менән Марина Колпакова килде. 40 йәшкә тиклемге ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙан — Олеся Кудряшова (Бишбүләк ауылы) hәм Владимир Фадеев (Михайловка ауылы). 50 йәшкә тиклемгеләрҙән – Миңһылыу Видинеева (Баҙлыҡ ауылы) hәм Владимир Исаев (Ҡушйылға ауылы). 60 йәшкә тиклемгеләрҙән — Рәзимә Хәкимова (Ҡыңғыр-Мәнәүез ауыл Советы) hәм Олег Тихонов (Ҡушйылға ауылы). 60 йәштән өлкәнерәктәрҙән Виталий Афанасьев (Баҙлыҡ ауылы) менән Сәриә Ғизиева (Бишбүләк ауылы) еңеү яуланы.

Ойоштороусылар барлыҡ призерҙарға миҙалдар һәм район хакимиәтенең Маҡтау грамоталарын тапшырҙы. Күптәр билет уйнатыуҙа ҙур бүләктәр отто: һыу таҙартыу өсөн фильтры, үлсәү, көнкүреш приборҙары, пицца h.б.

Владимир Смолов,

автор фотоһы.
Читайте нас