Дим буйҙары
+21 °С
Ясно
СПОРТ
27 Июля 2021, 15:00

Рәсәй спортсыһы тәүге тапҡыр йөҙөү буйынса алтын миҙал яуланы

Евгений Рылов Олимпиадала 25 йыл эсендә тәүге тапҡыр йөҙөүҙә Рәсәй йыйылма командаһы өсөн алтын миҙал яуланы, ул Токиолағы уйындарҙа арҡаға ятып 100 метрға йөҙөүҙә еңде. Был турала РИА Новости агентлығы хәбәр итә

Рәсәй спортсыһы тәүге тапҡыр йөҙөү буйынса алтын миҙал яуланыРәсәй спортсыһы тәүге тапҡыр йөҙөү буйынса алтын миҙал яуланы
Рәсәй спортсыһы тәүге тапҡыр йөҙөү буйынса алтын миҙал яуланы

Рылов йөҙ метр араны 51,98 секундта йөҙөп үтеп, Европа рекордын ҡуйҙы.

Көмөш миҙал — Рәсәй вәкиле Климент Колесниковта (52,00), бронза — Америка спортсыһы Райан Мерфиҙа (52,19).

Һуңғы тапҡыр Рәсәй йөҙөүселәре олимпия алтынын 1996 йылда Атлантала уҙған Уйындарҙа яулағайны. Ул саҡта Александр Попов 50 һәм 100 метр араға ирекле стилдә йөҙөүҙә юғары наградалар алды, ә Денис Панкратов 100 һәм 200 метрға баттерфляй менән йөҙөүҙә еңеүсе булды.

https://www.bashinform.ru

Рәсәй спортсыһы тәүге тапҡыр йөҙөү буйынса алтын миҙал яуланы
Рәсәй спортсыһы тәүге тапҡыр йөҙөү буйынса алтын миҙал яуланы
Автор:
Читайте нас