Бындай уҡытыу өсөн төбәктә йыл да 108,8 миллион һум бүленәсәк. Сумманың 103,4 миллион һумы – федераль бюджеттан, 5,4 миллион һум – республика ҡаҙнаһынан.
Өҫтөнлөклөләр исемлегендә төрлө тармаҡҡа ҡағылған йөҙ самаһы һөнәр бар. Улар араһында – ашнаҡсы, кондитер, кондуктор, диспетчер, кассир, ландшафт дизайнеры, машинист, йәшелсәсе, токарь, электрогазосварщик һ.б.
Уҡыу ваҡыты – уртаса өс ай. Белем алған һәр кем өсөн 68,5 мең һум сығым ҡаралған.