Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Октябрь 2019, 11:59

Һалым 100 һумдан артып китмәһә...

Һалым хеҙмәте 2018 йылға мөлкәт һалымын (ер, транспорт һәм күсемһеҙ милеккә һалым, физик шәхестәрҙең мөлкәтенә һалым) түләүгә белдереү ҡағыҙҙары ебәрә башланы.

Интернетта “Һалым түләүселәрҙең шәхси кабинеты” булғандар электрон сервис аша иҫкәртелһә, ҡалғандарға “Рәсәй почтаһы” йәшәгән урыны буйынса белдереү ҡағыҙҙарын тапшырасаҡ.

Һалымдары 100 һумдан артмағандарға белдереү ҡағыҙҙары ебәрелмәй, әммә һалым суммаһы 100 һумдан артып киткәс, киләһе йылына тапшырыла.

Һалым түләүселәргә быйыл яңы төр белдереү ҡағыҙҙары ебәрелә. Унда түләү өсөн квитанция түгел, ә һалымды күсереү өсөн реквизиттар ғына яҙыласаҡ.

Һалымды банктар, терминалдар, “Рәсәй почтаһы” бүлексәләре аша, шулай уҡ интернеттан “Һалым түләүсенең шәхси кабинеты” сервисы аша түләргә мөмкин.

Әгәр ҙә 1 ноябргә тиклем һалым түләүгә белдереү ҡағыҙҙары килмәгән икән, ул саҡта һалым инспекцияһына мөрәжәғәт итегеҙ. 2018 йыл өсөн һалымығыҙҙы 2 декабргә тиклем түләргә кәрәклеге тураһында онотмағыҙ.

БР буйынса 3-сө район-ара һалым инспекцияһы.


Читайте нас: