Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Ғинуар 2020, 12:55

Директор 2 миллион һумлыҡ араҡы урлаған

«Башспирт» сауҙа йортоноң элекке директоры Ольга Винникова “итәк аҫтынан” араҡы һатыуҙа ғәйепләнә

Тәртип һаҡсылары элекке етәксене хәмер урлауҙа ғәйепләй. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, зыян яҡынса 2 миллион һум тәшкил итә.
Оператив саралар сиктәрендә тәртип һаҡсылары алкоголь продукцияһы һаҡланған йәшерен гараж тапҡан. Хоҡуҡ һаҡсылары дөйөм күләме 2 миллион һумдан ашыу булған 13 мең шешә алкоголь эсемлектәрен тартып алған.
Оперативниктар фаразы буйынса, Винникова, бөтә республика буйынса 30 һатыу нөктәһе ябылыуы тураһында белеп, ялған акттар буйынса алкоголде ғәмәлдән сығарып, уны Өфө ситендәге гаражға күсергән.
Шул уҡ ваҡытта етәксе ҡатын полицейскийҙарға осраҡлы рәүештә эләккән: ул үҙенең гаражы тирәһендә билдәһеҙ кешеләр йөрөүен белеп, хәлде асыҡларга килә. Шулай итеп, Ольга Винникова үҙен үҙе фаш иткән.
Тикшереү барышында билдәләнгән факттар енәйәт эше ҡуҙғатыуға дәлил булып тора.
Фото: Башньюс.
Читайте нас: