Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Февраль 2020, 11:39

Географик диктант яҙырға килегеҙ!

Башҡортостан географияһы буйынса белемдәрегеҙҙе тикшереп ҡарағыҙ.

Башҡортостан географияһы буйынса белемдәрегеҙҙе тикшереп ҡарағыҙ. Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты берлектәге «Бәләкәй географик диктант. Башҡортостан» проектында ҡатнашырға саҡыра. Был – Башҡортостан Республикаһы географияһы буйынса беренсе диктант, ул 7-8 февралдә онлайн форматында үткәрелә.
Уның форматы проекттың рәсми сайтында онлайн режимында ситтән тороп ҡатнашыуҙы күҙ уңында тота. Диктантта 35 һорау яҙылған.
Һорауҙар 7 февралдә көндөҙгө сәғәт 11-ҙән 8 февралгә көндөҙгө 11-гә тиклем асыҡ була (Өфө ваҡыты). Еңеүселәргә сертификат һәм бүләктәр тапшырыласаҡ.
Читайте нас: