Бәләбәй үҙәк район дәваханаһы составына ингән бала табыу йорто, күп йылдар файҙаланылмағандан һуң, 2 мартта йәнә эшләй башланы.
Республика бюджетынан ремонтҡа - 180 миллион һум, заманса медицина җыһаздарына 205 миллион һум бүленгән. Яңы корпуста беренсе сабыйҙар донъяға ауаз һалған да инде. Бәхетле әсәләрҙе төбәк етәксеһе ҡотланы.
Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рөстәм Ишмурзин әйтеүенсә, әле көн үҙәгендә дауахана корпустары араһында түбә менән ҡапланған үтеү юлы төҙөү мәсьәләһе тора. Бер корпуста мөмкинлектәре сикле пациенттар өсөн лифт юҡ. Радий Хәбиров учреждениены модернизациялауға саралар бүлеү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.
– Бала табыу йортоноң ниндәй хәлдә булыуын хәтерләйем, беренсе эш сәфәрҙәремдә мин бында булғайным, – тип билдерҙе республика Башлығы. – Ремонтты теүләләп, бинаны тапшырыуыбыҙға шатмын. Бындай һөҙөмтәләр күберәк булһын ине.