"Әлеге мәлдә республикала биш меңдән ашыу асарбаҡ бар. Улар ауыл ерҙәренән эш эҙләп килгән, төрмәнән сыҡҡан кешеләр менән тулылана тора. Күптәр эшһеҙлек, эскелек арҡаһында өйһөҙ тороп ҡала. Йәшәр урыны булмағандар араһында ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбәйеүе хафаға һала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәйҙә ундайҙарға комплекслы ярҙам итеүҙе ойоштороу законлы нигеҙҙә хәл ителмәгән. Унан тыш, ярҙам күләме күпкә ҡыҫҡарған, бер йыл элек иң күп өйһөҙҙәр йәшәгән төньяҡ өлөштә – Шаҡшаның Олимпийский урамындағы төнгө ҡунып сығыу урыны ябылған", – тип билдәләгән "Рәсәй ҡыҙыл тәреһе" йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан буйынса рәйесе Юрий Симонов.