Брифингта мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин уҡыусылар, ата-әсәләр өсөн аңлатма бирҙе. 23 марттан 5 апрелгә тиклем дауам иткән каникулдарҙан һуң республиканың бөтә мәктәптәре лә дистанцияла уҡытыуға күсә. Балалар ял иткән арала уҡытыусылар электрон ҡорамалдарҙы ҡулланыу буйынса квалификация курстары үтәсәк.
Баланы өйҙә ҡалдырырға мөмкинлеге булмаған ата-әсәләр борсолмаһын: мәктәптәрҙә 15 кешенән дә күп булмаған махсус төркөмдәр булдырыласаҡ. Министр “уҡыу программаһы тулыһынса үтәләсәк, балалар йәйгеһен ял итәсәк, йәйге лагерҙар штат режимында эшләйәсәк” тип белдерҙе. Балалар баҡсалары ябылмаясаҡ, бина көн дә йоғошһоҙландырып тороласаҡ.