Дим буйҙары
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Март 2020, 11:15

Закондар камиллашырға тейеш

Олег ГАЛИН, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе:

– Беҙҙең Конституцияның һуңғы варианты 1993 йылдың декабрендә ҡабул ителгәйне. Ул - илебеҙҙең Төп законы. Шул уҡ ваҡытта закон – тере организм, үҫешергә, үҙгәрергә, камиллашырға, ваҡытҡа яраҡлашырға тейеш. Шуға күрә уға үҙгәрештәр индереү - өлгөрөп еткән мәсьәлә, улар кәрәк тип иҫәпләйем. Миңә ҡалһа, бигерәк тә ғаиләгә ҡағылғаны оҡшаны. Владимир Путиндың “Мин Президент булған саҡта илдә тик ир менән ҡатын араһындағы рәсми никах ҡына буласаҡ” тигәне бик ҡыуандырҙы. Рәсәйҙә бер ҡасан да “беренсе ата-әсә” һәм “икенсе ата-әсә” тигән һүҙбәйләнеш булмаҫҡа тейеш. Тик ир менән ҡатындың мөхәббәтенән яралған, тыуған һәм тәрбиәләнеп үҫкән балалар ғына илдең лайыҡлы граждандары була аласаҡ. Ғаиләгә бәйле үҙгәрештәр беҙҙең Йәмәғәт палатаһында ла тәҡдим ителгәйне. Шулай уҡ миңә, йәштәр менән эшләгән кешегә, уларға бәйле үҙгәрештәр ҙә күңелемә ятты. Хәҙер, уға ярашлы, субъекттар үҙҙәрендә йәштәр сәйәсәтен формалаштыра аласаҡ. Элек быны тик федераль үҙәк эшләй ине. Әлеге үҙгәреште бик дөрөҫ тип иҫәпләйем. Һәр төбәк йәштәр сәйәсәтен үҙенең менталитетына, милли сәйәсәтенә, ерлеккә хас йолаларға ярашлы формалаштыра аласаҡ.
"Башҡортостан".
Читайте нас: