Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Март 2020, 16:10

Парламент махсус режимға күсте

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы пленар ултырышы махсус режимда үткәрелде. Был коронавирус инфекцияһы таралыуына ҡаршы профилактик сараларға бәйле.

– Талаптарға ярашлы, сараларҙа бер бүлмәгә йыйылған ҡатнашыусылар һаны 50 кешенән артмаҫҡа тейеш, – тине парламент етәксеһе Константин Толкачев. – Шуға күрә депутаттар ултырышты видеобәйләнеш менән йыһазландырылған айырым залдарҙа бер нисә төркөмгә бүленеп уҙғара. Бер залдан икенсеһенә күсеү сикләнгән. Көн тәртибе буйынса тауыш биреү электрон система ярҙамында башҡарыла. Ултырышҡа саҡырылғандар һаны ла иң аҙ күләмдә билдәләнде. Докладсылар ҙа был залдарға сиратлап ҡына индерелә. Парламент ултырышы менән ҡыҙыҡһынғандар өсөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай сатында видеотрансляция ойошторола.
Парламент ултырышы эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Көн тәртибенә 30-ға яҡын мәсьәлә индерелде. Шулар иҫәбендә: Башҡортостан Республикаһы Прокурорының төбәктә ҡануниәтте күҙәтеү торошо тураһындағы мәғлүмәте, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының былтырғы эшмәкәрлек хаҡындағы отчеты.
Фото:bashinform.ru.
Читайте нас: