Дим буйҙары
+12 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
31 Марта 2020, 07:50
Газонға машина ҡуйыуҙы онот!
2019 йылдың апрель-декабрь айҙарында ғына Башҡортостанда газондарға автомобиль парковкалаған өсөн 30,3 миллион һумлыҡ штраф һалынған.
Бындай хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн штраф күләме граждандар өсөн 1-2 мең һум, вазифалы шәхестәр өсөн 5-10 мең, ә юридик шәхестәр өсөн 20-30 мең һум тәшкил итә. Әгәр хоҡуҡ боҙоуҙар ҡабатлана икән, штрафтар күләме һиҙелерлек артасаҡ: граждандар 3-4, вазифалы шәхестәр 15-20 мең, юридик шәхестәр өсөн 35-50 меңгә баҫасаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путин бойороғо буйынса эшләнгән “Тораҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә республика урамдарында, газондарҙа, сәскә түтәлдәрендә, башҡа йәшелләндереү территорияларында, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында тәртип булдырыу уңайынан ҙур эштәр башҡарыла. Шуның һөҙөмтәһе булараҡ, статистика күрһәтеүенсә, һуңғы осорҙа йәшелләндерелгән майҙандарҙа парковкаланған автомобилдәр һанының кәмеүе күҙәтелә.
Сығанаҡ: БИ.
Фото: БИ.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"