Шишмә районында медицина битлектәрендә билдәһеҙ кешеләр төркөмө атыш ойошторған. Был хәл Алкино ауылынан алыҫ түгел ерҙә була. Урындағы заправка тирәһендә 40-50 кешелек төркөм төрлө ҡоралдарҙан бер-береһенә атҡан. Уларҙың барыһы ла медицина битлектәрендә булған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ ваҡиға урынына килгән, әммә был ваҡытка билдәһеҙ кешеләр ҡасҡан булған инде. Атыш территорияһында патрондар һәм пулялар, ҡанлы салфеткалар, шулай уҡ 11 кешенең бармаҡ эҙҙәре табылған. Хәҙер полиция хеҙмәткәрҙәренә был хәлде тикшерергә тура киләсәк. Фото: Bash.News.ru