Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Апрель 2020, 11:35

Бала ҡулына шырпы эләкһә....

Быйыл республикала 1526 янғын сыҡҡан, унда 81 кешенең, шул иҫәптән 4 баланың ғүмере өҙөлгән.

Күп осраҡта ата-әсәләр кескәйҙәрен ҡарауһыҙ ҡалдыра. Үкенескә ҡаршы, улар "эш боҙорға", ҡулдарына шырпы алырға аптырамай. Ут менән шаярыу ҡайһы саҡта фажиғәле тамамлана. Үҙҙәренең уйындарында улар өлкәндәрҙең ҡылығын ҡабатлай: усаҡ яға, тәмәке тоҡандыра йә уны ергә ташлай. Әгәр ҙә өлкәндәр бәләкәй балаларҙы өйҙә бикләп ҡалдырһа, янғын сыҡһа улар йорттан сыға алмаясаҡ. Күп осраҡта малай-шалай ҡыйыҡтан, балкондан ҡағыҙҙан эшләнгән самолеттарҙы яндырып осора, почта йәшниктәренә ут төртәләр, ишек яндыралар, подъезда усаҡ яғалар. Быларҙың барыһына, әлбиттә, ата-әсәләр, өлкәндәр ғәйепле. Улар күп осраҡта уларҙың уйынына ихтибар итмәй, ә ҡайһы берҙә шырпы ҡулланырға, яғылған мейесте ҡарарға, электр приборын тоҡандырырға рөхсәт бирә.
Уйындан уймаҡ сыҡмаһын өсөн нимә эшләргә?
- балаларға янғын хәүефһеҙлеге, ут менән һаҡ булыу тураһында иҫкәртеп торорға:
- шырпы, ҡабыҙғыстарҙы кескәйҙәрҙең буйы етмәгән урынға ҡуйырға:
- уларға газ, мейес, электр приборҙарын тоҡандырырға, усаҡ яғырға ҡушмағыҙ:
- балаларҙы өйҙә ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ:
- ҡыҙыҡлы уйындар ойоштороғоҙ.
Янғын сыҡһа нимә эшләргә? Ябай ҡағиҙәләрҙе кескәйҙәр ҙә белергә тейеш:
- әгәр ут сыҡһа йә көйөк, төтөн еҫе таралһа, йорттан сығырға тырышырға:
- янғын тураһында өлкәндәргә йәки 112 телефонына хәбәр итергә:
- "ярамай" тигән генә һүҙҙәргә ҡарағанда, шырпының, ҡабыҙғыстың ҙур зыян килтерә алыуы тураһында аңлатыу күпкә отошлораҡ.
Бәлә һорап килмәй, шулай ҙа янғын булдырмау беҙҙең үҙебеҙҙең ҡулда.
Читайте нас: