Мәғлүм булыуынса, март аҙағында беҙҙең ил Италияға ярҙам йөҙөнән Рәсәйҙең вирусология һәм эпидемиология өлкәһендәге 100 белгесен һәм 8 табип-шәфҡәт туташынан торған бригаданы ебәргәйне.
Италия коронавирустан ҙур зыян күргән илдәрҙең береһе. Унда 130 мең кеше коронавирус йоҡторған, 16 меңгә яҡыны үлгән, 22 меңгә яҡыны терелгән.
Әйткәндәй, Рәсәй Сербияға ла эпидемияға ҡаршы һөҙөмтәле көрәшеүгә ярҙам йөҙөнән гуманитар йөк менән 11 самолет ебәрҙе. Сербияға 87 хәрби хеҙмәткәр, шул иҫәптән хәрби табиптар, вирусологтар ҙа китте.