Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ шәхси йортта синтетик наркотиктар яһау буйынса лаборатория ойошторған. Улар уны Башҡортостанда һәм Силәбе өлкәһендә һатҡандар. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ир быға тиклем дә төрмәлә ултырып сыҡҡан булған. 2018 йылда ул Киров өлкәһендә магазин талаған. Был хәл буйынса ла енәйәт эше ҡуҙғатылған. Уларға 20 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү ҡурҡынысы янай.