Мәғлүм булыуынса, әлегә тиклем 380 ошондай ҡулайлама эшләй башлағайны. Камералар Әлшәй (8), Асҡын (11), Ауырғазы (8), Балтас (2), Бәләбәй (1), Балаҡатай (2), Белорет (1), Бишбүләк (1), Бөрө (7), Благовар (3), Бөрйән (4), Дәүләкән (3), Дыуан (5), Дүртөйлө (1), Йәрмәкәй (6), Иглин (1), Ҡырмыҫҡалы (12), Ҡыйғы (2), Краснокама (1), Мәләүез (2), Мәсетле (7), Мишкә (2), Салауат (2), Стәрлебаш (5), Тәтешле (10) райондарының, Салауат (2) һәм Сибай (6) ҡалаларының автомобиль юлдарында тиҙлек тәртибен боҙоуҙы теркәй. Уларҙың ҡайҙа ҡуйылыуы менән Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты сайтында (
http://svkrb.ru/kam/index.html) танышырға мөмкин.