Дим буйҙары
+21 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
24 Апреля 2020, 16:45

Диктантты берҙәм яҙайыҡ!

Иртәгә, 25 апрелдә, 11.00 сәғәттә Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктанттың тәүге тапҡыр онлайн-форматта үтәсәге хаҡында хәбәр иткәйнек. Былтыр үткәрелгән Халыҡ-ара диктантта 69687 кеше ҡатнашып, шуларҙың 3511-е диктантты онлайн майҙансыҡтарҙа яҙғайны

Сағыштырыу өсөн: быйыл диктант яҙыуға теркәлеүселәр һаны әле үк 67 меңгә етте.
Ҡатнашырға теләүселәр төрлө төбәктәрҙән: Санкт-Петербург, Свердловск, Силәбе өлкәләре, Первоуральск, Каменск-Уральск, Екатеринбург, Кировоград, Мәскәү, Ноябрьск ҡалаларынан, Яҡут-Саханан һәм Краснодар крайынан вәкилдәр бар. Шулай уҡ иртәгә Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Швейцария АҠШ, Германия, Испания, Эстония, Төркиә, Германия һәм Ҡытайҙа ла башҡорт телендә диктант яҙасаҡтар.
Диктант яҙыуға ҡушылыу алымдары:
  1. Башҡортостан юлдаш телевидениеһын тоҡандырырға;
  2. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә (https://vk.com/video-27097047_456247151 ), «Instagram»да, «YouTube» видеохостингында (https://youtu.be/XTaPHuXGLvA );
  3. https://bashkdictant.ru/ сайтында.
  4. Диктан яҙыуҙа ҡатнашыусылар фотоларын социаль селтәрҙә #БашДиктант2020 хэштегы аҫтында һала ала. Инстаграмда Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фондың сәхифәһен билдәләргә мөмкин: @bash_fond. Иң яҡшы фотолар Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша күрһәтеләсәк. Шулай уҡ ойоштороусылар әлеге хэштег менән ҡуйылған иң матур өс яҙмаға иҫтәлекле бүләк әҙерләгән.
    Диктор тарафынан уҡылған диктант тексы тура бәйләнештә түбәндәге ваҡыттарҙа күрһәтеләсәк:
    - 11:00 – 11:25 сәғәттә – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
    - 11:30 – 11:55 сәғәттә – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
    - 12.00 – 12.20 сәғәттә – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.
    Акцияла ҡатнашыу өсөн алдан түбәндәге һылтанма буйынса теркәлергә кәрәк: https://bashkdictant.ru/.
    Диктантты яҙып бөткәс, фотоға төшөрөп, әлеге сайттағы шәхси кабинет аша йәки bashkdiktant2020@mail.ru электрон адресына ебәрергә. Эштәр шулай уҡ Whatsapp менеджерында ҡабул ителә: +7 (927) 950 - 02 - 66 (26 апрелдең 23.59 сәғәтенә тиклем). Рәсми һөҙөмтәләр 30 көн эсендә https://bashkdictant.ru/ сайтына ҡуйыласаҡ.
    Фото: skola-45.ru
    Читайте нас