Дим буйҙары
+21 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
27 Апреля 2020, 16:03
Ни өсөн сабыйҙы 40 көн кешегә күрһәтергә ярамай?
Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар был һынамыштарға бик ышанып бармай һәм, сабыйҙары донъяға килеү менән, селфи яһап социаль селтәрҙәренә ҡуя. Ысынында иһә, был бигүк яҡшы түгел икән. .
Бала тыуғандан һуң беренсе 40 көнөндә сит кешеләргә күрһәтеүҙе тыйыуға килгәндә, быға бер нисә аңлатма бар. Фәнни күҙлектән ҡарағанда, был осорҙа яңы тормошҡа өйрәнеп, адаптация осорон үтеп өлгөрмәгән бала организмын эмоциональ, психик һәм инфекциялар-бактериялар тәьҫиренән һаҡларға кәрәк. Белгестәр фекеренсә, 40 көн бының өсөн етерлек буласаҡ.
Ә инде ышаныуҙарға килгәндә, тәүге 40 көндә балаға күҙ тейеү тигән нәмә бар. Ул әле яман күҙҙәргә, насар энергетикаға ҡаршы тора алмай. Шуға ла ауырып, көйһөҙләнеп китеүе бик ихтимал.
Һүҙ уңайынан, 40 һаны көслө әһәмиәткә эйә. Боронғолар бала тәнендә йәне нығынһын өсөн нәҡ шул тиклем ваҡыт кәрәк тип иҫәпләгән. Шуға күрә сабыйҙы һаҡлап, ҡурсалап, уға нығынырға ваҡыт биргәндәр. 40 көн эсендә балаға исем ҡушыу ҙа – беҙҙең халҡыбыҙҙың матур йолаһы.
"Ҡыҙыл таң" сайтынан.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"