Дим буйҙары
+12 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
29 Апреля 2020, 15:40

Кискә - диетик салат

Файҙалы ла, туҡлыҡлы ла, тәмле лә. Ошондай салат табынға йәм өҫтәп, күңелдәрҙе күтәреп ебәрер. Ашығыҙ тәмле, эш-ғәмәлдәрегеҙ уң булһын, дуҫтар!

Был салатты әҙерләү өсөн бер баш ҡыҙыл кәбеҫтә, бер баш күсәнле кәбеҫтә, ике кишер, бер банка кукуруз, бер бәйләм петрушка, 100 грамм ҡаймаҡ, өс сәй ҡалағы шәкәр, 0.5 сәй ҡалағы тоҙ, бер аш ҡалағы гәрсис, борос кәрәк.

Башта ике кәбеҫтәне лә ваҡлап турап, һуты сыҡһын өсөн ҡул менән иҙәбеҙ. Кишерҙе таҙартып, эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Йәшел петрушканы ваҡлап турайбыҙ. Консерваланған кукуруздың һыуын түгеп, уны, шунан ҡаймаҡ, тоҙ, шәкәр, гәрсис, һеркә, борос ҡушып, бөтәһен бергә болғатабыҙ. Артабан ике-өс сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: Salatyizakuski.ru

Читайте нас