Дим буйҙары
+18 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
29 Апреля 2020, 15:28

Малдар көтөүгә сыҡты

Ауыл халҡының ҡара ергә баҫыу менән мәшәҡәттәре лә арта. Быйыл яҙ иртә килеү сәбәпле, күп кенә ауылдарҙа малдар йәшел үләнгә сыҡты ла инде.

Район үҙәгендә заманында унға яҡын көтөү булһа, бөгөн ни бары өсәү генә. Шәхси хужалыҡтарында мал-тыуар аҫраусылар әйтеүенсә, уҙған йылда бер башҡа 1,500 һум булған, быйыл иһә хаҡты тағы ла күтәрмәкселәр.
Ғәҙәттә, ауылда үткән йыйылыштарҙа малдарҙы ҡайһы мәлдә көтөүгә сығарыу тураһында һүҙ алып барыла. Һорашып белеүебеҙсә, Яңы Биктәш, Набережный, Аҙнай, Исаҡай һ.б. ауылдарҙа малдар күптән инде яланда йөрөй. Ә бына Уҫак-Кисеү, Ҡорған, Бикҡол, Ҡаныҡай ауылдарында көтөү май башынан сығасаҡ. Бар ауылдарҙа ла халыҡ, мал һанына ҡарап, сиратлап көтә.
-Йыл һайын һыйыр малдары артып та, кәмеп тә тора, тик ни хикмәттер өсөнсө йыл инде көтөү сираты (көҙҙән) беҙҙә тороп ҡала, - ти күршебеҙ Закир ағай.
Яҙғыһын, бигерәк тә тәүге көндәрҙә тырым-тыраҡай теләһә ҡайҙа йүгерешкән һыйыр малдары артынан сабыуы һис тә анһат эш түгел. Тәғәйен бер көтөүсе табылһа, ауыл халҡы хаҡынан тормаҫ ине лә һуң. Сөнки һәйбәт көтөүсе малдарҙы ҡайһы ваҡытта ҡайҙа йөрөтөргә икәнен дә, ни ваҡытта туплауға төшөрөргә икәнен дә яҡшы белә. Ни тиһәң дә, сираттан көткәндә яуаплылылыҡ тигән нәмә юҡ, көн үтһә булды, тип малды йүнләп ҡарамаған кешеләр ҙә бар.
Ҡасҡын, Йылбулаҡтамаҡ ауылдарында малдарҙы көтөү яҡшы ойошторолған тиергә була. Аҙнайҙа – ике, ә Айыт ауылында – өс көтөү сыға, былтырғы кеүек, быйыл да бер баш һыйыр малына хаҡтар әүәлгесә ҡалған - көнөнә 1 мең 300 һум. Һыйыр көтөүе артынанса уҡ ҡуҙғалған һарыҡ-кәзәләр ҙә көтөү төшкәс тә, йәшел үләнгә алданып йөрөй бирә.
Кемдер эштән бушай алмай йә үҙенең ҡулынан килмәй икән, көтөүгә кеше ялларға ҡала, ә ундайҙарҙы һәр ауылда табыла. Беҙ иһә, үҙ сиратыбыҙҙа, халыҡтың күҙ терәп торған малының иҫән-имен йөрөүен теләйбеҙ.
Ләйлә Ғүмәрова,
Автор фотоһы.
Читайте нас