Дим буйҙары
+21 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
29 Апреля 2020, 16:32
Рәсәйҙә эшһеҙҙәр һаны миллионға етеп килә
Әлегә улар һаны 950 меңгә кеше иҫәпләнә. Был хаҡта хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Антон Котяков “Россия-24” телеканалы эфирында хәбәр итте.
“Һуңғы айҙарҙа үҫеш динамикаһын күрәбеҙ, беҙ уға өмөт иткәйнек инде”, – ти Котяков.
“Бөгөнгө хәлдең хеҙмәт баҙарындағы тулы картинаны күрһәтмәүен аңларға кәрәк, сөнки беҙ әле эш көндәре булмаған режимда йәшәйбеҙ. Әлбиттә, күп нәмә был режимдан ҡасан һәм нисек сығыуыбыҙға бәйле буласаҡ”, – ти министр.
Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, илдә 735 мең эшһеҙ кеше теркәлгән. 9 апрелдә Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы эшһеҙ булып теркәлеү һәм дистанцион иҫәпкә баҫыу өсөн “Работа в России” порталында махсус сервис булдырҙы. 6 көндән порталға 180 мең электрон ғариза килгән.
23 апрелгә порталда Башҡортостандың 19 мең эшһеҙ кешеһе теркәлде.
Быға ҡәҙәр Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында март башында мәшғүллек үҙәктәренә иҫәпкә баҫҡан эшһеҙҙәр 12 130 һум пособие һәм һәр бәлиғ булмаған балаға 3 мең һум аласаҡ тигәйнеләр.
omet-rb.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"