Дим буйҙары
+18 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
30 Апреля 2020, 08:31

Хәүефһеҙлек өсөн саралар ҡабул ителде

«Валерия» медицина үҙәге йәмғиәтендә эпидемияға ҡаршы барлыҡ нормалар hәм талаптар үтәлә

Бишбүләк ауылында коронавирус таралыуға ҡаршы тороу буйынса район комиссияһы ағзалары шәхси эшҡыуарҙарҙың офистарын hәм сауҙа нөктәләрен тикшерҙе. Көтөлмәгән визиттың маҡсаты — граждандарҙы ҡабул итеү hәм уларға хеҙмәт күрһәтеү буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы күрһәтмәләрен hәм талаптарын боҙоуҙарҙы асыҡлау hәм булдырмау. Санитар-эпидемиологик талаптарҙы боҙоу осраҡтарын булдырмауға йүнәлтелгән сараларҙы үтәүҙе тәьмин итеү маҡсатынан «Валерия» медицина үҙәге йәмғиәтендә хакимиәт башлығының инвестиция сәйәсәте hәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса урынбаҫары Айрат Моратшин hәм райондың баш экологы Геннадий Макеев булды.
Медицина үҙәге директоры Алевтина Васильева карантин саралары ваҡытында граждандарҙы ҡабул итеү hәм хеҙмәт күрһәтеү хоҡуғын бирә торған барлыҡ кәрәкле документтарҙы — килеүселәрҙе иҫәпкә алыу, клиенттарҙың температура режимын үлсәү, биналарҙы hәр ике сәғәт һайын санитар эшкәртеү, граждандарҙың күпләп тупланыуын булдырмай торған алдан яҙылыу журналдары, йәшәү урындарын, төбәк билдәләүсе анкеталар, h. б. күрһәтте.
— Барлыҡ кәрәкле документтар, бахилдар hәм антисептик иретмәһе администратор Әлфия Ғәлләмованың ҡабул итеү бyлмәһендә, — ти Алевтина Герасимовна. — Матурлыҡ салонына ингәндә, «Битлек hәм бирсәткәнән башҡа хеҙмәт күрһәтмәйбеҙ», тигән киҫәтеүле яҙыу эленгән. Иҙәндә сикләү һыҙығы бар, клиенттарға бары тик алдан яҙылыу буйынса ғына хеҙмәт күрһәтелә, хеҙмәткәрҙәр өсөн аҙыҡ ҡабул итеү өсөн айырым бүлмә ҡаралған. Парикмахер Наталья Николаева hәм Наилә Бәшәрова клиенттарға тиҙ hәм профессиональ хеҙмәт күрһәтә. Маникюр буйынса мастер Гөлшат Никиченко айырым кабинетта яҙылыу буйынса ғына ҡабул итә. Парикмахерскийҙа яңы махсус стационар «Дезар» медицина аппараты урынлаштырылған, ул ваҡыты-ваҡыты менән биналағы hауаны автоматик рәүештә дезинфекциялай. Санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешен тикшереү даими характерҙа буласаҡ.
Владимир Смолов.
Автор фотоһы.
Читайте нас