Дим буйҙары
+16 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
9 Мая 2020, 09:56
Бишбүләк ете Советтар Союзы Геройы үҫтергән
Бөйөк Ватан һуғышында Бишбүләк районынан 10 891 кеше ҡатнашҡан. Үкенескә күрә, 5 446 яугир тыуған еренә әйләнеп ҡайта алмаған. Район илебеҙгә ете Советтар Союзы Геройын һәм ике Дан орденының тулы кавалерын биргән.
Һуғышта батырлыҡтар күрһәткәне өсөн ике мең тирәһе һалдат төрлө орден-миҙалдар менән бүләкләнгән. Шул осорҙа 3 454 кеше хеҙмәт армияһында тир түккән.
Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин һүҙҙәренсә, батырҙарҙың һәр береһе күңелдәрҙең түренән урын алған, яҡты киләсәгебеҙ өсөн көрәшкә күтәрелгәндәр һәм уларҙың ҡаһарманлығы тураһында йәш быуын белеп үҫергә тейеш. Бында ветерандарға оло ихтирам, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтелә.
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына бәйле байрам саралары обелискка сәскәләр, веноктар һалыуҙан башланды. Артабан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары йәшәгән йорттар алдында Еңеү парады ойошторолдо. Өлкәндәр өсөн был ҙур бүләк булды. Мәҫәлән, район үҙәге Бишбүләктә ғүмер кисергән Александр Митроновтың байрам һулышын еткергәндәргә рәхмәте сикһеҙ. Шулай уҡ Сухоречка һәм Дим ауылдарындағы Фәттәх Сәйфетдинов менән Николай Дорофеевтың да өй алдарынан парад үтте.
"Байрамды ойоштороусыларға рәхмәтебеҙ ҙур. Донъялар имен торһон, тыныслыҡтың ҡәҙерен беләйек", – тине һуғыш ветерандары.
Байрам кис Еңеү салюты менән тамамланасаҡ, тип белдерҙеләр район хакимиәтенән.
Фото: Бишбүләк районы хакимиәте.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"