Дим буйҙары
+13 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
9 Мая 2020, 07:40

Генерал Шайморатов йондоҙоноң Өфөгә ҡайтыуын Голливуд техникаһы төшөрә

Бөгөн, йәғни 9 майҙа БСТ телеканалы тура эфирҙа Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатовтың "Алтын йондоҙ" миҙалын республикаға ҡайтарыу тантанаһын күрһәтә

Юғары бүләк легендар комдивҡа, һәләк булғандан һуң, Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан бирелде. Тамашасылар барыһын да ваҡ деталдәрҙә күрә аласаҡ, сөнки трансляцияла беренсе тапҡыр Голливуд боевиктарын төшөргән техника ҡатнаша.
Тантананы БСТ телеканалы Рәсәйҙә етештерелгән уникаль Hydra Arm кронштейн менән трансляциялай. Был - дистанцион идара ителә торған махсус оператор краны. Бөтә донъяла Hydra Arm - режиссерҙар һәм операторҙар тарафынан танылған сифат билдәһе.
Рәсәй техникаһының мөмкинлектәрен NAB 2018 халыҡ-ара күргәҙмәһендә киң баһаланылар. Был Лас-Вегаста, АҠШ-та уҙа торған барлыҡ кино- һәм телеиндустрия өсөн төп ваҡиға.
Һүҙ уңайынан, нәҡ бына ул Ҡырым күперен асыуҙа ҡатнашҡан. 9 майҙа машина Өфө халыҡ-ара аэропортынан Совет мәйданына ҡәҙәр бөтә автоколонна менән бергә бара.

Фото: bashinform.ru
Читайте нас