Дим буйҙары
+18 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
12 Мая 2020, 07:02
17 майҙа Халыҡ-ара балалар ышаныс телефоны көнө билдәләнеп үтелә
Был көн йәмәғәтселектең иғтибарын ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙы яҡлау һәм уларға ярҙам итеү сараларын көсәйтеүгә бәйле булдырылған.
Был көндө билдәләп үтеү инициативаһы БМО, Бала хоҡуҡтары буйынса комитеты тарафынан рәсми рәүештә танылған һәм донъяның 150-нән артыҡ илен үҙ эсенә алған халыҡ-ара балалар ышаныс телефондары берләшмәһенә (Child Helpline International) ҡарай.
Балалар ышаныс телефоны-балаларға һәм ата-әсәләргә бушлай аноним психологик ярҙам күрһәтеү хеҙмәте. Ул балалар именлеген, балалар хоҡуҡтарын боҙоу, улар менән рәхимһеҙ мөғәләмәне асыҡлау һәм профилактикалау мәсьәләләрен хәл итеүҙә мөһим роль уйнай.
Беренсе тапҡыр телефон аша психологик ярҙамды 105 йыл элек, Нью-Йоркта күрһәтә башлайҙар. 1906 йылда рухани Гарри Уоррен «Тормошто ҡотҡарығыҙ» тигән лигага нигеҙ һала. Лиганың бурыстарына телефон аша кешеләргә мораль һәм психологик ярҙам күрһәтеү керә. Һуңынан телефон ярҙамы хеҙмәттәре Европа ҡалаларында ла барлыҡҡа килә.
2010 йылдың сентябрендә ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам итеү Фонды тарафынан Рәсәй Федерацияһы субъекттары менән берлектә 8-800-2000-122 берҙәм Рәсәй балалар ышаныс телефон номеры керетелде. Хәҙерге ваҡытта уға Рәсәй Федерацияһының барлыҡ субъекттарында 230 ойошма тоташтырылған.
Был номерға Рәсәй Федерацияһының теләһә ҡайһы тораҡ пунктында стационар йәки кәрәҙле телефондарҙан балалар, үҫмерҙәр һәм уларҙың ата-әсәләре шылтыратҡанда, башҡа граждандар берҙәм дөйөм Рәсәй номерына тоташтырылған ғәмәлдәге төбәк хеҙмәттәре белгестәре тарафынан күрһәтелә торған ашығыс психологик ярҙам ала алалар.
Беҙҙең илдә йыл һайын миллиондан артыҡ шылтыратыу ҡабул иткән дөйөм Рәсәй балалар ышаныс телефоны номерының 230-ҙан ашыу хеҙмәте эшләй.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"