Дим буйҙары
+12 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
12 Мая 2020, 05:34

Судно төҙөү заводында хәлдәр нисек?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Суднолар ремонтлау һәм эшләү заводында булды.

Ул “Чайка”, “Арыҫлан Мөбәрәков” һәм “Башҡортостан” теплоходтарын ҡараны. Предприятиеның мөлкәт комплексын оптимизациялау проекты менән танышты.
Быға тиклем Радий Хәбиров 20 февралдә заводта булған саҡта “Чайка” теплоходын ремонтлауҙы тамамларға ҡушҡайны. 1 майҙан судно навигацияны асырға тейеш ине. Был пландарға эпидемиологик хәл ҡамасауланы.
– Беҙ ниһайәт, мөлкәтселәр, банкротлыҡтар, арбитраж идарасылары менән бәйле бөтмәҫ проблемаларға нөктә ҡуйҙыҡ. Июнь уртаһында был хәлде тулыһынса хәл итеп бөтәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Тәртип булдырасаҡбыҙ: пассажир флотын тергеҙәсәкбеҙ, персонал йыясаҡбыҙ, көслө етәксе табасаҡбыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яңы суднолар алыу мөмкинлеге юҡ, нимә бар шуның менән эшләйәсәкбеҙ.
Республика етәксеһе белдереүенсә, әлеге ваҡытта Хөкүмәт Башҡортостан өсөн үҙенсәлекле предприятиены үҫтерә алырҙай эре инвестор эҙләй.
Был 1918 йылда булдырылған предприятие Өфөлә иң ҙурҙарҙан һынала. Заводтың ҡеүәте бер юлы 15 судноны ремонтлау мөмкинлеген бирә.
2020 йылғы навигацияға завод хеҙмәткәрҙәре дөйөм хаҡы 25 миллион һум тәшкил иткән 14 берәмек йылға флотын ремонтлаған. Предприятиены үҫтереү буйынса бизнес-планға ярашлы, Өфө һәм Ағиҙел порттары инфраструктураһын камиллаштырыу, Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғалары төбөн тәрәнәйтеү, туристарҙы һәм ваҡиғалы сараларҙы хеҙмәтләндереү өсөн төрлө класлы суднолар һанын арттырыу планы бар. Һөҙөмтәлә предприятие аҡса юғалтмай эшләүгә сығырға, өҫтәмә инвестициялар йәлеп итергә тейеш.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас