Дим буйҙары
+12 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
14 Мая 2020, 02:57

Күп ҡатлы йорт алдары төҙөкләндереләсәк

Быйыл “Башҡортостан ихаталары” республика программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында 380 йорт ихатаһын төҙөкләндереү күҙаллана.

Бының өсөн 1,77 млрд. һум бүленәсәк. Аҡсаларҙың 1,67 млрд. һумы — республика бюджетынан булһа, 83,5 миллион һумын муниципалитеттар финанслаясаҡ. Ҡалған 16,7 млн. һумы тораҡ хужалары сығанаҡтары иҫәбенә буласаҡ
БР хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — торак-коммуналь хужалыгы министры Борис Белеяв белдереүенсә, 37 муниципалитетта төҙөлөш-монтаж эштәре 29 апрелдән бирле бара, 26-һында был аҙнала башлаясаҡтар. Ишек алдарын төҙөкләндереү менән 148 подряд ойошмаһы шөғөлләнәсәк. Төҙөкләндереү эштәрен 9 октябргә тамамлау планлаштырыла.
Вице-премьер белдереүенсә, 2020йыелда “Тораҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының республикала тормошҡа ашырылған “Уңайлы ҡала мөхите” программаһына ярашлы, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу өсөн 22 мең квадрат метрҙа хәүефһеҙ ҡатлам түшәлгән 367 балалар һәм спорт майҙансыҡтары, 4 меңдән артык яҡтыртҡыс, 2,5 мең сүп һауыты, эскәмйә, МАФ-тар етештереү күҙаллана.
“Башҡортостан ихаталары” программаһына ярашлы, күп ҡатлы йорт алдарында 182 километр юл түшәләсәк. Ихаталарҙа һәм йорт араларында меңдән артыҡ юл ремонтланасаҡ. Шулай уҡ 15 мең (шуның 8 меңе — ӨФөлә) машина ҡуйыу урыны төҙөкләндереләсәк.
#миллипроекттар#төбәкпроекттары#Башҡортостанпроекттары
Читайте нас