Дим буйҙары
+19 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
14 Мая 2020, 09:24
Һөт артҡан
Бер ай элек Тулбайҙан Рәфил Арыҫлановтың крәҫтиән-фермер хужалығында малдар көтөүгә сыҡты
— Әгәр кемдеңдер ауыл төпкөлөнән күңеле ҡайтмаған hәм малсылыҡ менән етди шөғөлләнергә теләй икән, уға ашығыс рәүештә беҙҙең яҡтарға күсеп килергә кәрeк, — тип матур йылмайып, һүҙен башланы Тулбайҙа йәшәүсе крәҫтиән (фермер) хужалығының йәш етәксеһе Рәфил Марат улы Арыҫланов. — Бында бының өсөн табиғәт үҙе тырышлыҡ һала. Был тирәлә малсылыҡ өсөн уңайлы булған дала зонаһы, һыу баҫа торған яҡшы болындары hәм, иң мөhиме, мал-тыуарҙы йөрөтөү өсөн иркен ялын-ҡырҙар бар. Әлеге фермер хужалығында симменталь тоҡомло етмеш баш һыйыр һәм 100 баштан артыҡ ит тоҡомло һарыҡ бар.
— Беҙҙең яҡтарҙа ҡар райондың башҡа хужалыҡтарына ҡарағанда иртәрәк ирей, — тип дауам итә Рәфил Арыҫланов. — Уҙған йылғы үлән аҫтынан һыуһыл үлән үҫә башлай. Мал-тыуар үҙе лә көтөп алынған иреккә ынтыла. Бер ай уҙҙы, hәм инде ыңғай һөҙөмтәләр ҙә бар. Һыйырҙарҙы иртән hәм кис һауабыҙ, һауын ваҡытында фураж бирәбеҙ. Аҡрынлап булһа ла һөт күбәйә. Һарыҡтарҙың да ауырлыҡтары арта башланы. Был эштә беҙҙең барлыҡ малсыларҙың да, әммә, тәү сиратта, тәжрибәле hәм намыҫлы көтөүсе Салауат Ишмиевтың өлөшө ҙур.
Владимир Смолов.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"