Дим буйҙары
+29 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
14 Мая 2020, 16:32
Йырлайһыҙмы, бейейһеҙме?
Йә булмаһа, һеҙҙең ғаилә башҡа һөнәрҙәргә эйәме? “Башҡортостандың талантлы ғаиләләре" флешмобында ҡатнашығыҙ!
Иртәгә бит Ғаилә көнө!
15 майҙа республиканың ЗАГС бүлектәрендә кәләш менән кейәүҙәргә бына шундай иҫтәлекле открыткалар тапшырыласаҡ.
15 майҙа билдәләп үтелгән Халыҡ-ара ғаилә көнө 1993 йылда БМО Генераль Ассамблеяһы резолюцияһы тарафынан иғлан ителгәйне. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы был уңайҙан тематик аҙна ойошторорға ниәтләй. Ләкин тажлы вирус инфекцияһы сәбәпле, 11-17 майҙа планлаштырылған Ғаилә аҙнаһы әлегә 6-12 июлгә күсерелә. Шулай ҙа 15 майҙа онлайн форматта бер нисә тематик сара үтәсәк.
Мәҫәлән, республика уҡыусылары өсөн асыҡ дәрес буласаҡ.
Ә инде Республика халыҡ ижады үҙәге "Башҡортостандың талантлы ғаиләләре" флешмобын иғлан итә. Унда ҡатнашыу өсөн ижади һәм талантлы, актив ғаиләләр саҡырыла. Һеҙ йырлайһыҙмы, бейейһеҙме, барлыҡ ғаиләгеҙ менән музыка уйын ҡоралдарында уйнайһыҙмы? Йә булмаһа, декоратив-ғәмәли ижад менән шөғөлләнәһеҙме? ⠀Үҙегеҙҙең социаль селтәрҙәргә ғаиләгеҙҙең уңыштарын күрһәтеүсе видеороликтарҙы “элегеҙ” һәм #башкортстандыңталантлығаиләләре #талантливыесемьибашкортостана хэштегын өҫтәгеҙ. Видеороликтарҙың оҙонлоғо 4 минуттан артмаҫҡа тейеш. ⠀
Флешмоб 15 майға тиклем дауам итә.
15 майҙа республиканың ЗАГС бүлектәрендә иһә өйләнешеү тантанаһында йәштәргә “Беҙ халыҡ-ара ғаилә көнөндә өйләнештек” тигән иҫтәлекле открыткалар тапшырыласаҡ. Был көнгә 31 ғаилә ғариза тапшырған. Ғаризаларҙың иң күбеһе (10 ғариза) Өфөнөң Киров районы ЗАГС бүлектәренә бирелгән.
tulpar.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"