Дим буйҙары
+12 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
15 Мая 2020, 06:59
29 ҡатлы йортта йәшәр инегеҙме?
ДОМ.РФ банкы Өфөлә “Июнь” тораҡ комплексын төҙөүгә 809 миллион һум аҡса бүлә.
Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, “Июнь” тораҡ комплексы 29 ҡатлы бер йорттан торасаҡ. Ул 396 фатирҙы үҙ эсенә аласаҡ.
Йорт Өфөнөң төп транспорт магистралдәре – Октябрь һәм Салауат Юлаев проспекттары янында төҙөләсәк. Бында бер нисә балалар баҡсаһы, мәктәптәр һәм сауҙа үҙәктәре урынлашҡан.
Билдәле булыуынса, Башҡортостан тораҡ төҙөлөшөнөң яңы моделенә күсеү буйынса лидерҙар рәтендә тора. Был иһә төбәктә Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Тораҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын актив тормошҡа ашырыуға ярҙам итә.
“Июнь” тораҡ комплексы – Өфө өсөн мөһим проект, сөнки әлеге йорттоң бер өлөшө ҡала хакимиәте тарафынан һатып алынасаҡ һәм халыҡты туҙған һәм авария хәлендәге тораҡтарҙан күсереү программаһын тормошҡа ашырыу өсөн файҙаланыласаҡ.
Башинформ.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"