Әүәлгесә мәсеттәрҙә йыйылып, намаҙ, вәғәздәр уҡылмаһа ла, мөьмин мосолмандар хәленән килгәнсә ураҙа тота, көндәрен һәм төндәрен изге теләк-ниәттә үткәрә. Эйе, һаулығы ныҡ булған кеше ҡояш сыҡҡандан алып батҡанға тиклем ашау-эсеү, тән ләззәттәренән, насар ғәҙәттәрҙән тыйылып торорға бурыслы. Ә быға ирешеү өсөн ныҡлы иман, ихтыяр көсө, сабырлыҡ та талап ителә.
Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа йәштәр араһында ла дин юлына баҫыусылар күбәйә бара. Бишбүләк ауылында йәшәүсе 48 йәшлек Сәлимә Ғатауллина ла ислам диненең ҡанундарын тайпылышһыҙ үтәй.
Күптәрҙә “һин нисек дин юлына баҫтың?” тигән һорау тыуалыр. Быға төрлө кеше төрлөсә яуап бирә, сөнки дингә кеше төрлө юлдар, һынауҙар аша килә. Бик күптәр ауыр мәлдә, унан ҡотолоу юлын эҙләп, Аллаһҡа һыйынһа, икенселәр ҡаты ауырыуҙан һуң дин юлына баҫа. Һирәк генә бәхет-шатлыҡтарҙың сығанағын эҙләп тә, Аллаһы Тәғәләгә яҡынаялар. Кемдер урау юлдарҙан һуң, изге дин юлын һайлай.
- Ни тиһәң дә, беҙ бит өләсәйҙәр менән үҫкән быуын, бала саҡта өләсәйҙән отоп алған доғалар һәр саҡ күңел түрендә булды, улар ураҙа тотҡан мәлдә, сәхәргә тороуҙар бөгөнгөләй иҫтә, - тип хәтирәләргә бирелә Сәлимә Сәлих ҡыҙы. – Ә шулай ҙа, бер ваҡиға барыһына ла сәбәп булды. Мин икенсе баламды бик ауырлыҡ менән таптым, йәшем дә бара ине инде. Бала табыу йортонда, сабыйым яҙмышы ҡыл өҫтөндә булғанда, үҙемә нәҙер әйттем: әгәр ҙә, улым иҫән-һау тыуһа, намаҙға баҫасаҡмын, тинем. Шулай ҙа донъя мәшәҡәттәре үҙенекен итте, сабый тәрбиәләү ҙә күп ваҡытты ала ине. Бер мәл, өләсәйем төшөмә инде, “һин бит намаҙ уҡыйым тигәйнең, ниңә һүҙеңдә тормайһың?!” тип, бик ҡаты асыуланды. Был төш миңә ныҡ тәьҫир итте...
Был изге ниәтен бойомға ашырырға уға әхирәте ярҙам итә, күптән инде ислам динен үҙ иткән Лилиә намаҙ уҡыу тәртибенә төшөндөрһә, мәсеткә йөрөүҙәр ҙә эҙһеҙ уҙмай. Сәлимә дөрөҫ итеп ислам дине ҡағиҙәләре нигеҙҙәрен өйрәтеүсе Приют мәсетенең хәҙрәте Фәрхәт Хәмитовҡа айырыуса рәхмәтле. Әсәһе Кифая апай ҙа бар күңеле менән дингә ышана, ауыр хәлдәгеләргә ясин сыға, ауылдаштарын тәрбиәләп һуңғы юлға оҙатыша.
Белеүебеҙсә, Рамазан айы быйыл яҙға тура килде. Көндәр бик эҫе тормаһа ла, көн оҙонлоғо ҡыҫҡа булманы. Сәлимә быйыл да изге ниәт менән ураҙаға ингән. Һәм ураҙа тотоуҙы ул ас тороу тип һанамай, ә күңелде сафландырыуға, рухи үҫешкә тиңләй.
- Дүртенсе йыл инде ураҙа тотам, уны, әлбиттә, тулыһынса тота алмайым. Ә намаҙ уҡыуға килгәндә, ун йыл инде биш намаҙҙы ҡалдырмайым. Дин юлына баҫҡас, эске донъямда ҙур үҙгәрештәр булды, донъяға бөтөнләй икенсе төрлө бағам. Ҡөрәндә шулай яҙылған бит: «Үҙең үҙгәр һәм әйләнә-тирәңдәге донъя ла үҙгәрер». Минеңсә, тәүбәгә килергә, дингә, Аллаһы Тәғәләгә һыйынырға бер ҡасан да һуң түгел.
Мәктәптә балаларға белем биргән Сәлимә Сәлих ҡыҙы үҙ тырышлығы менән ғәрәпсә уҡырға ла өйрәнгән. Дини байрамдар ғаиләлә бар тулылығында билдәләп үтелә, әленән-әле ҡөрьән аштары уҙғарыла. “Фитыр саҙаҡаларын биреп барабыҙ, яҡындарыбыҙ менән байрам табыны әҙерләйбеҙ, балалар менән әүәлгесә мәсеткә лә йөрөрбөҙ әле”, - тиҙәр йөҙҙәренән иман нуры бөркөлөп торған Ғатауллиндар.