Дим буйҙары
+14 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
4 Июня 2020, 06:51
Хайуандар коронавирус менән нисек ауырый?
"Россельхознадзор" тарафынан эт һәм бесәйҙәрҙең дә яман сир менән ауырыуы билдәле булды.
Эттәр ауырыуҙы еңел формала һәм билдәһеҙ үткәрә икән. Ә бына бесәйҙәрҙә сирҙең бар билдәләре күҙәтелә: уларҙың тән температураһы күтәрелә, йүтәл, сөскөрөү барлыҡҡа килә, күҙҙәренән, танауҙарынан һыу аға. Ҡайһы бер хайуандарҙа ҡоҫоу, диарея кеүек күренештәр булырға мөмкин.
Әлеге ваҡытта Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау һәм Бөтә донъя хайуандарҙың һаулығын һаҡлау ойошмаларынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, хайуандарға коронавирус инфекцияһы кешеләрҙән йоҡһа ла, кешеләргә хайуандарҙан ауырыу йоғоу күренеше теркәлмәгән. Шулай ҙа хайуандары ковид сиренә дусар булғандар тулы тикшеренеү үтәсәк.
Санкт-Петербург эпидемиология һәм микробиология ғилми-тикшеренеү үҙәгенең директор урынбаҫары Александр Семенов йорт хайуандарын коронавирустан һаҡлап алып ҡалыу йәһәтенән түбәндәге кәңәштәрҙе бирә: эт һәм бесәйҙәрҙе һирәгерәк ҡулға алырға, һәйбәт ашатырға, уларға табан йүткермәҫкә һәм сөскөрмәҫкә, өйҙө йышыраҡ елләтергә.
Фото: lenta.ru
bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"