Дим буйҙары
+12 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
7 Июня 2020, 17:53

"Ҡариҙелдең башҡорт ҡыҙы" еңде!

“Рәсәй балалары” тип аталған бәйге тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Был фотоконкурсты йыл һайын этник-ара журналистика гильдияһы ойоштора.

Унда илебеҙҙең барлыҡ милләт вәкилдәре ҡатнаша һәм милли костюмдар кейгән 14 йәшкә тиклемге балалар фотоһүрәттәрен тәҡдим итә.
Был конкурстың маҡсаты бик изге – быуындар күсәгилешлеген күрһәтеү, милли кейем аша Рәсәй халыҡтары мәҙәниәте матурлығын, күп төрлөлөгөн сағылдырыу, ғаиләләрҙә милли мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу.
Быйылғы “Рәсәй балалары-2020” конкурсына 135 авторҙан 283 эш килгән. Тамашасылар тауыш биреүендә “Ҡариҙелдең башҡорт ҡыҙы” тигән фотоһүрәт еңгән. Уның авторы – Марина Денисова. Фотола Ҡариҙел ауылынан Виктория Ғибәҙуллина һүрәтләнгән.
Бигерәк матур шул милли кейемдә беҙҙең ҡыҙҙар, эйе бит?
Фото: Инстаграм.
Читайте нас