Дим буйҙары
+23 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
10 Июня 2020, 08:00
Затлы балыҡ үҙебеҙҙә етештереләсәк
Яңы эш башлаусы фермерҙар был эшкә тотонған да инде.
Башҡортостандың яңы эш башлаусы фермерҙары затлы балыҡ үрсетеү эшендә үҙҙәрен һынап ҡарай ала. Былар толстолобик һәм аҡ амур балыҡтары булыуы ихтимал.
Был эш “Агростартап” конкурсы гранттары ярҙамында тормошҡа ашырыла. Башҡортостандың Ишембай районында йәшәүсе Фәнис Зөбәйеров тәүгеләрҙән булып ошо ҙур эшкә тотонмаҡсы.
Верхотор ауылында быуалар барлығын дуҫтарынан ишеткән ирҙең күңеленә шундай план барлыҡҡа килә. Заманында унда ҙур булмаған балыҡ үрсетеү хужалығы ла булған икән. Билдәле, ул майҙандар әле ултырып иларлыҡ хәлдә. Ләкин ирҙең ниәте ныҡ. Урынды тейешле шарттарға килтереү өсөн нимәләр эшләргә икәнен дә белә.
28 гектар майҙанды ул 49 йылға арендаға алған.
Фәнис быйыл алты быуаға балыҡ ебәрмәксе. Дәүләт ярҙамы менән бында карптар ғына түгел, ә затлы төрҙәренән һаналған толстолобик һәм аҡ амур балыҡтарын да үрсетә алыуына ышана. Был балыҡтарға ла шундай уҡ шарттар кәрәк икән.
Ә әлегә балыҡсының төп маҡсаты: республика халҡын сағыштырмаса түбән – килоһы 180 һумдан да артмаған хаҡҡа карп балығы менән тәьмин итерлек эш йәйелдереү. Октябрь айына беренсе партия балыҡтар үҫеп етер, тип планлаштыра балыҡсы. Яҡынса 17 тонна балыҡ һатыуға сығарырга ниәтләй
“Агростартап” беҙҙә “Бәләкәй һәм урта бизнес, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проектының “Фермерҙарға ярҙам һәм ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү” төбәк проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Уҙған йыл был өлкәлә 115 башлап эшләүсе фермер еңеүсе булған. Быйыл иһә республикабыҙҙа ауыл ерендә эшен булдырыусылар «Агростартап» буйынса, дөйөм алғанда, 26 млн һумға өмөт итә ала.
https://omet-rb.rbsmi.ru
Фото: Горобзор.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"